Bashkir Dictation | Башкорт теленнән халыкара онлайн диктант
Sat, Apr 25
|Dictant
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында


Time & Location
Apr 25, 2020, 3:00 PM – 4:20 PM
Dictant
About the event
Диктант-2020 ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.
Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла.
Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. 2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай: сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.